КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
24 Март 2023, 07:03

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби хеҙмәт үтеү өсөн күпме ваҡытҡа контракт төҙөй ала?

-

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби хеҙмәт үтеү өсөн күпме ваҡытҡа контракт төҙөй ала?Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби хеҙмәт үтеү өсөн күпме ваҡытҡа контракт төҙөй ала?
Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби хеҙмәт үтеү өсөн күпме ваҡытҡа контракт төҙөй ала?

Контракт ваҡыты хәрби хеҙмәткәрҙең йәшенә бәйле:
- 50 йәшкә тиклемге хәрби хеҙмәткәр - 6 айҙан 3 йылға тиклем
- 50 йәштән өлкән хәрби хеҙмәткәр 6 айҙан 11 айға тиклем осорға контракт төҙөй ала

Әгәр контракт бер йылға һәм унан күберәккә төҙөлһә, 195 мең һум күләмендә пособие ҡаралған.

Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн:
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P)
- контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63

Контракт буйынса хеҙмәткә ғаризаны шулай уҡ:

- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтында шәхси кабинет аша lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» сервисы ярҙамында ла gosuslugi.ru биреү мөмкинлеге бар

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас