Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
10 Март 2023, 13:57

Хәйбулла районы полицейскийҙары ат ҡарағын тотҡандар

Ғәйепләнеүсе бейәләрҙе Ырымбур өлкәһендә һатырға уйлаған...

Хәйбулла районы полицейскийҙары ат ҡарағын тотҡандар
Хәйбулла районы полицейскийҙары ат ҡарағын тотҡандар

Хәйбулла районы полицейскийҙары Ырымбур өлкәһенән коллегалары менән берлектә Сәғит ауылы янындағы көтөүлектән ике атты урлау фактын асыҡлаған.

Енәйәтсе - быға тиклем ошондай уҡ урлашҡаны өсөн хөкөм ителгән 42 йәшлек Ырымбур өлкәһе кешеһе йылҡыларҙы  машинала күсергән саҡта енәйәт тотолған.

Ир үҙ ғәйебен таныған һәм, бейәләрҙе урлауға алдан әҙерләнеп, Хәйбулла районына килеүе хаҡында һөйләгән. Үҙенең «ГАЗелен» Аҡъяр - Разоренный - Сәғит юлында ҡалдырып, енәйәтсе көтөү урынына йәйәү барған һәм уларҙы берәмләп алып киткән. Ғәйепләнеүсе бейәләрҙе Ырымбур өлкәһендә һатырға уйлаған, ләкин уның пландарына полицейскийҙар ҡамасаулаған.

Урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтсе ҡулға алынған. Урланған аттар кире ҡайтарылған.

 
Фото:МВД по РБ.
Хәйбулла районы полицейскийҙары ат ҡарағын тотҡандар
Хәйбулла районы полицейскийҙары ат ҡарағын тотҡандар
Хәйбулла районы полицейскийҙары ат ҡарағын тотҡандар
Хәйбулла районы полицейскийҙары ат ҡарағын тотҡандар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: