Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
8 Март 2023, 22:26

Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...

54 һәм 38 йәшлек браконьерҙар үҙ ғәйебен таныған...

Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...
Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...

Башҡортостанда тәфтишселәр Бөрйән районында йәшәгән 54 һәм 38 йәшлек ике кешегә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың 11 декабрендә Байғаҙы ауылы янындағы урманда ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙоп һунар ресурстарын аулауға рөхсәт алмайынса 12 калибр һунар мылтығы менән һунар итеүҙә ғәйепләнеүселәр айыуҙы үлтергән. Һуңынан енәйәтселәр түшкәһен айырып ҡарарға булған. Ошо ваҡытта улар законһыҙ урман ҡырҡыу буйынса рейдтар уҙғарған полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған.

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

Фото:МВД по РБ

Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...
Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...
Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: