Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Февраль 2023, 20:37

Оло йәштәге инәйҙәрҙе алдап...

18 йәшлек егеттәр ҡулға алынған

:стоп-кадр видео. Оло йәштәге инәйҙәрҙе алдап...
Оло йәштәге инәйҙәрҙе алдап...Фото::стоп-кадр видео.

Стәрлетамаҡ полицияһына ҡаланың өлкән йәштәге граждандарынан бер нисә ғариза килгән. Бөтә осраҡтарҙа ла пенсионерҙарға ҡала телефонына шылтыратҡандар. Енәйәтселәр үҙҙәрен яҡын туғандары итеп таныштырған һәм юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүҙәре һәм уларҙың ғәйебе менән кешеләрҙең зыян күреүҙәре хаҡында хәбәр иткән. Енәйәт яуаплылығынан азат итеү өсөн улар аҡсаны курьерға тапшырыуҙарын һорай.

Мәҫәлән, мутлашыусылар 88 йәшлек инәйҙең стационар телефонына шылтыратып, йәнәһе уның ейәнсәренең аварияға осрауы тураһында хәбәр иткән һәм шул рәүешле 600 мең һум аҡсаһын урлаған. Киләһе ханымға шулай уҡ ейәнсәренең юл-транспорт ваҡиғаһына осрауы хаҡында хәбәр итәләр һәм уларға ышанған өлкән йәштәге ҡатын курьерға 200 мең һум аҡса тапшырған. Мутлашыусылар тоҙағына тағы бер хаҡлы ялдағы инәй эләгә, уға ҡыҙының аварияға осрауы тураһында хәбәр итәләр. Был осраҡта енәйәтселәр зыян күреүсенән 100 мең һум аҡсаһын алғандар. Бөтә факттар буйынса «мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Һөҙөмтәлә хоҡуҡ һаҡлаусылар мутлашыуҙа ғәйепләнгән ике кешене тотҡан. Улар - Ғафури һәм Әлшәй райондарынан 18 йәшлек егеттәр. Улар үҙ ғәйебен таныған. Тәфтишселәр уларҙың Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Салауат ҡалаларында ҡылынған 7 осраҡҡа ҡағылышы булыуын асыҡлаған. Зыян күреүселәргә килтерелгән дөйөм зыян 2 миллион һумға яҡын тәшкил иткән. Ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында, уларҙың төбәк биләмәһендә ҡылынған ошондай уҡ факттарға ҡағылышлылығы тикшерелә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Видео:МВД по РБ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: