Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
3 Февраль 2023, 15:48

Республикала депутаттар шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек биргән закон ҡабул итергә йыйына

-

Республикала депутаттар шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек биргән закон ҡабул итергә йыйына
Республикала депутаттар шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек биргән закон ҡабул итергә йыйына

Февраль айында Дәүләт Йыйылышы депутаттары аҙаҡҡы уҡыуҙа Башҡортостанда шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек биргән закон ҡабул итергә йыйына. «Башҡортостан Республикаһында хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерелә, тип белдерҙеләр төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтендә.

Законға ярашлы, шәхси приюттар, муниципаль һәм дәүләт приюттары менән бер рәттән, социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн тәғәйенләнгән ярҙам сараларына иҫәп тота ала. Дәүләт ярҙамы хайуандар өсөн шәхси приюттар булдырыуға этәргес булыр, тип иҫәпләй депутаттар. Был иһә эйәһеҙ хайуандарҙы кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, законды уҙған йылдың аҙағында Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа раҫланы. «Башинформ» республикала берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итеү юлдары һәм Өфөлә ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар өсөн приют төҙөүгә сығымдар хаҡында яҙып сыҡҡайны. Бының өсөн 150 миллион һум аҡса талап ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-03/v-bashkirii-deputaty-primut-zakon-pozvolyayuschiy-chastnym-priyutam-poluchit-gospodderzhku-3128899

 

Фото:Валерий Шахов.

Автор:
Читайте нас: