Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
17 Ғинуар 2023, 16:33

Сергей Шойгу Рәсәй Ҡораллы көстәренең һанын арттырыу тураһында хәбәр итте

-

Сергей Шойгу Рәсәй Ҡораллы көстәренең һанын арттырыу тураһында хәбәр итте
Сергей Шойгу Рәсәй Ҡораллы көстәренең һанын арттырыу тураһында хәбәр итте

Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре һаны 1,5 миллион хәрби хеҙмәткәргә тиклем арттырыла, тип хәбәр итте илдең оборона министры Сергей Шойгу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай ҡарарҙы Рәсәй президенты Владимир Путин ҡабул иткәйне.

Шойгу билдәләүенсә, армия компоненттарының төп структураларын көсәйтеү дәүләттең хәрби именлеген тәьмин итергә, шулай уҡ яңы субъекттарҙы һәм мөһим объекттарҙы һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Ҡораллы көстәрҙең составын 2023-2026 йылдарҙа үҙгәртеү планлаштырыла. Рәсәйҙең оборона министры Мәскәү һәм Ленинград хәрби округтарын, илдең яңы субъекттары биләмәләрендә ғәскәр төркөмдәрен ойошторорға ҡушты.

Бынан тыш, Хәрби-диңгеҙ флоты, Һауа-йыһан көстәре һәм Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре хәрби яҡтан көсәйтелә, тип өҫтәнеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-17/sergey-shoygu-soobschil-ob-uvelichenii-chislennosti-vooruzhennyh-sil-rossii-3108406

Фото:Валерий Шахов

Автор:
Читайте нас: