

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 27 декабрҙә Өфөнөң Ферин урамындағы йортҡа ингән ерҙә үҫмерҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табыла. Был турала Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Тәфтишселәр тикшереүҙәр ойошторған. .
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр һәм криминологтар полиция менән берлектә ваҡиға урынына тикшергән.
Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Шаһиттарҙан һәм ҡыҙҙың ата-әсәләренән һорау ала, ғаиләнең йәшәү шарттары тикшерелә.
Тикшереү республиканың тәфтиш бүлеге аппаратында контролгә алынған.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар