

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы директорына ҡарата ришүәт алыуҙа ғәйепләнгән енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүсе 2022 йылдың апреленән декабренә тиклемге осорҙа бер хеҙмәткәрен премия алыусылар исемлегенә индереү, уны дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырмау, шулай уҡ хеҙмәт буйынса дөйөм ҡурсалаған өсөн ҡулынан законһыҙ аҡсалата бүләк алған. Килешеүгә ярашлы, хеҙмәткәр директорға һәр премиянан 10-шар мең һум күсергән. Улар бөтәһе 60 мең һум тапшырған. Аҡсаның сираттағы өлөшөн тапшырғанда ғәйепләнеүсе Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының оперативниктары тарафынан ҡулға алынған. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе менән тәфтиш эштәре алып барыла, уның ошоға оҡшаш енәйәт факттарына ҡыҫылышы тикшерелә. Енәйәт эшен тикшереү Сибай район-ара тәфтиш бүлегенә йөкмәтелгән.