

1. Уны киләһе йылға күсерергә һәм һуңыраҡ файҙаланырға. Шуныһы мөһим: эш биреүсенең хеҙмәткәргә ике йыл рәттән йыл һайын бирелә торған түләүле отпуск бирмәҫкә хоҡуғы юҡ.
2. Әгәр отпускығыҙ стандарт 28 көндән оҙағыраҡ дауам итһә, бөтә өҫтәмә көндәр өсөн аҡсалата түләү алырға мөмкин. Уның суммаһы хеҙмәткәрҙең бер көнлөк уртаса эш хаҡынан һәм отпускының файҙаланылмаған көндәре һанынан иҫәпләнә.
Зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында эшләгәндәргә һәм тағы бер нисә категорияға өҫтәмә отпуск көндәре ҡаралған.
Компенсация алыу өсөн кадрҙар бүлегенә ғариза яҙығыҙ.
3. Эштән киткәндә һеҙ файҙаланылмаған отпуск өсөн компенсация аласаҡһығыҙ.
Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 18 йәштән кесерәк хеҙмәткәрҙәр отпускыны тулыһынса файҙаланырға тейеш.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан