

Хәйбулла районында суд Аҡъяр ауылы янғын-ҡотҡарыу часының ҡарауыл начальнигына «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең һаулығына йәки үлеменә ҙур зыян килтереү» статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.
Республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 17 авгусында көндөҙ ғәйепләнеүсе хеҙмәткәрҙәре менән бергә Аҡъяр ауылында гараж янған урынға килгән. Янғынды һүндереү барышында янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре гараждан еңел тоҡанып китеүсе матдә һалынған металл мискәне сығарған.
«Янғын һүндерелгәндән һуң, ғәйепләнеүсенең үҙ бурыстарын үтәмәүе һөҙөмтәһендә, атап үткән мискә «Янғын хәүефһеҙлеге тураһына»ғы Федераль законды боҙоп, урамда уның янып китеүенә юл ҡуймау һәм янғын хәүефһеҙлеген итеү өсөн саралар күрмәйенсә ҡарауһыҙ ҡалдырылған. Шул уҡ көндө кискеһен мискә эсендәге еңел тоҡанып китеүсе матдә янып китә, 6 һәм 7 йәшлек ике бала тәненең 90 һәм 50 проценты бешеүҙән дауаханаға оҙатыла. Алты көндән һуң тәненең 90 проценты бешкән 6 йәшлек малай дауаханала вафат булған, икенсе баланың һаулығына ҙур зыян килтерелгән», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығынан.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Суд уға йыл ярымға һынау срогы менән шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы, шулай уҡ ошо уҡ осорҙа етәксе вазифаларын биләүҙе тыйҙы. Бынан тыш, зыян күреүселәр файҙаһына дөйөм алғанда 2 миллион һум компенсация ҡайтарылған. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
фото:Республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте.