

Операция барышында урмансылар полиция менән берлектә рейдтар уҙғара, һалым хеҙмәткәрҙәре менән шыршы баҙарында тикшереүҙәр алып бара. Яңы йыл ағастары Өфөлә декабрь урталарында һатыла башлай.
Ҡануниәткә ярашлы, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан өсөн кешеләргә 3-4 мең һум штраф һалына. Урманға ҙур зыян килтергән өсөн иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.