КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
14 Ноябрь 2022, 03:53

Район хакимиәте башлығының урынбаҫары ауыр эҙемтәләргә килтергән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

Тәфтиш органдары тарафынан ул ауыр эҙемтәләргә килтергән вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнә.

Район хакимиәте башлығының урынбаҫары ауыр эҙемтәләргә килтергән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнәРайон хакимиәте башлығының урынбаҫары ауыр эҙемтәләргә килтергән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә
Район хакимиәте башлығының урынбаҫары ауыр эҙемтәләргә килтергән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

Салауат район-ара суды Балаҡатай районы хакимиәте башлығы урынбаҫарына ҡарата енәйәт эшен тикшерә башланы. Тәфтиш органдары тарафынан ул ауыр эҙемтәләргә килтергән вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнә.

Вазифалы кеше булараҡ, чиновниктың Яңы Балаҡатай ауылында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа 35 торлаҡ төҙөүгә һәм уларҙы сафҡа индереүгә рөхсәт биреү буйынса аңлы рәүештә саралар күреүе, шулай уҡ, төҙөлөш, санитар һәм техник нормаларға ярашлылығын һәм йәшәүгә яраҡлылығын тикшермәйенсә, ошо торлаҡтарҙы һатып алыуға муниципаль контракттар төҙөүе билдәләнгән. Һуңынан был торлаҡ муниципаль милеккә ҡабул ителә һәм етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыла. Был фатирҙарҙа йәшәгәндә ҙур етешһеҙлектәр асыҡланған.

Атап әйткәндә, енәйәт эше фигуранты етем балалар өсөн 18,8 миллион һумдан ашыуға төҙөлгән торлаҡ һатып алыуға контрактҡа ҡул ҡуйған. Республика ведомство-ара комиссияһы, шулай уҡ төҙөлөш-техник экспертиза һығымтаһына ярашлы, төҙөлгән йорттар граждандар өсөн хәүефле һәм йәшәүгә яраҡһыҙ. Уларҙы төҙөгәндә фундамент урынына ябай ағас төптәре файҙаланылған, елләтеү системаһы нормаларҙы боҙоп монтажланған, һөҙөмтәлә был конструкцияларҙың туңыуына һәм үңәҙ (плесень) барлыҡҡа килеүенә килтергән.

Енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен ғәйепләнеүсе танымаған.

«Быға тиклем был эш буйынса суд аҡлау ҡарары сығарҙы. Прокуратура уға ялыу бирҙе, Юғары суд хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығарҙы һәм эште кире ҡайтарҙы. Хәҙер яңы ғәйепләү ҡарары сығарылды», - тип «Башинформ»ға прокуратураның матбуғат хеҙмәтендә аңлаттылар.

Фото:СКР по РБ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас