КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
10 Ноябрь 2022, 16:40

Полиция хеҙмәткәрҙәренә—сираттағы званиелар!

Хәйбулла районы буйынса Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Полиция хеҙмәткәрҙәренә—сираттағы званиелар!Полиция хеҙмәткәрҙәренә—сираттағы званиелар!
Полиция хеҙмәткәрҙәренә—сираттағы званиелар!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  бөгөн Хәйбулла районы полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне.

Рөстәм Динислам улы әйтеүенсә, беҙҙең полицияла юғары әҙерлекле белгестәр эшләй. Тап уларҙың тырышлығы менән төбәктә тәртип булдырыла, халыҡтың тыныслығы һәм именлеге тәьмин ителә.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең күбеһе ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән, иң ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып сыҡҡан.

Полиция участковыйы Владимир Сабин һәм ЮХХДИ инспекторы Рифат Йәрмөхәмәтовҡа район хакимиәте башлығы  Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был көндө күп хеҙмәткәрҙәргә тантаналы шарттарҙа сираттағы званиелар бирелде.

Администрация Хайбуллинского района

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас