

Киләһе йылда ла әсәлек капиталын арттырыу күҙаллана. Тәүге балаға ул 590 мең һум булһа, ә икенсе балаға — 780 мең һум. Ә программа үҙе 2026 йыл аҙағына тиклем оҙайтыла.
Был хаҡта ил Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.
Шулай уҡ Президент әйтеүенсә, быйылғы инфляцияның ысын кимәлен иҫәпкә алып, инвалидтарға һәм ветерандарға түләүҙәр яңынан индексацияланасаҡ.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар