

Владимир Путин ил граждандарына мобилизацияланғандарға ярҙам күрһәтеү хаҡында һөйләйәсәк. Ошо темаға арналған махсус сара тураһында президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
Бынан алда «Башинформ» ил президенты мобилизацияланғандарға 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр иткәйне. Бынан тыш, саҡырыу буйынса хеҙмәт һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыу хәҙер хеҙмәт стажына индереләсәк.
Автор:Роман Якимчук.