КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Ноябрь 2022, 16:38

Урмансылар хөкөм ителәсәк

  

Урмансылар хөкөм ителәсәкУрмансылар хөкөм ителәсәк
Урмансылар хөкөм ителәсәк

Башҡортостанда ришүәт өсөн урмандарҙы һаҡлау буйынса дәүләт инспекторын һәм Әбйәлил районы буйынса «Урмансылыҡ менән идара итеү» участка урмансыһын хөкөм итәләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәфтиш комитетынан.

Шулай, 2020-2021 йылдарҙа ғәйепләнеүселәр ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән ике бизнесмендан - береһенән 110 мең һум һәм икенсеһенән 80 мең һум күләмдә  ришүәт алған. Алмашҡа белгестәр ағастарҙы ҡайтанан иҫәпләү тураһында документтар әҙерләгән, унда урман үҫентеләренең ысынбарлыҡтағы һанын кәметкән. Тәфтишселәр мәғлүмәте буйынса, эшҡыуарҙар ҡырҡыу күләме 130 кубометрҙан ашып киткән.

«Рәсми ведомостәр буйынса 450 м² күләмендә ҡырҡылырға тейешле ағас күләме күрһәтелгән, ләкин ысынында 580 м² ашыу бысылған», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан прокуратураһында.

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таныған, тип билдәләнә. Уларға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы һәм 292-се статьялары буйынса енәйәт яуаплылығы янай.

 

фото:Башҡортостандың Тәфтиш комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас