

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән законды раҫланы. Уға ярашлы, 27 июндә, Йәштәр көнөндә, спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Әммә район һәм ҡалаларҙа байрам саралары башҡа көндәрҙә лә уҙғарыла. Шуға алкоголь һатыуҙы сикләүҙе шул осорға ла оҙайтырға ҡарар ителде. Ҡанун буйынса республикала һабантуй байрамдары, Яңы йыл каникулында, Белем көнө һәм “Һуңғы ҡыңғырау” ваҡытында ла алкоголь һатыу тыйыла.