

“Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ирекмәндәре наркотиктарға ҡаршы “Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит” дөйөм Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Был акция Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге тарафынан үткәрелә.
Акция наркоманияның таралыуын иҫкәртеү, наркотик һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешен асыҡлау һәм халыҡты наркотиктарҙы ҡулланыу эҙемтәләре менән таныштырыу маҡсатында үткәрелә.