

Рәсәй Президенты яуаплы министрлыҡ һәм ведомстволар, төбәк башлыҡтарына айырым бурыстар йөкмәтте. Өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғандар матди-техник яҡтан тәьмин ителергә тейеш. Хәрбиҙәр ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан Хөкүмәте айырым программа ҡабул итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары планы раҫланды. Документ 30 өлөштән тора. Хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары шифаханала һаулыҡтарын нығыта ала, бушлай психологик һәм юридик ярҙамға эйә була, йәмәғәт транспортында түләүһеҙ йөрөргә хоҡуҡлы, балалар баҡсаһына сиратһыҙ яҙылырға мөмкин.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/186757