

Әгәр айырылышыу тураһындағы ғариза ЗАГС бүлегенә бирелһә, берегеҙ генә килһә лә, һеҙҙе айырасаҡтар.
Әгәр ғариза мировой судьяның суд участкаһына бирелһә, бер ай үткәс, уны тағы ла бер айға оҙайтыуҙары йәки айырылышыу тураһында ҡарар сығарыуҙары мөмкин. Артабан суд ҡарарын айырылышыу тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн ЗАГС бүлегенә тапшырырға кәрәк.
Әгәр ғариза район судына бирелһә, эш тормош иптәшенең ҡатнашлығынан тыш ҡаралырға мөмкин. Был осраҡта тормош иптәшенең уның ҡатнашлығынан тыш эште ҡарауға риза булыуы тураһында ғариза бирергә тейеш. Ғаризаны шәхсән үҙе яҙып, уҡыған еренән йәшәгән ҡалаһына/районына ирекмәндәр аша ебәрергә мөмкин. Әгәр мобилизацияланған граждан хәрби часҡа ҡушылһа, уның ҡултамғаһын часть командиры раҫлай ала һәм ғариза ниндәй ҙә булһа ысул менән судҡа ебәрелергә мөмкин.