Владимир Путин дәүләт аккредитациялаған юғары уҡыу йорттары, колледждар, ғилми ойошмаларҙың табип-ординаторҙары, аспиранттары һәм студенттары өсөн өлөшләтә мобилизацияны кисектереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Рәсәй Президенты указына ярашлы, был инновациялы фәнни-технологик үҙәктәрҙә һәм дини белем биреү ойошмаларында уҡып йөрөгәндәргә лә ҡағыла.
Билдәләнеүенсә, ҡарар ошондай кимәлдәге белемде беренсе тапҡыр алыусы граждандар өсөн көнүҙәк.
Фото:kremlin.ru.