Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Октябрь 2022, 15:12

Ҡасып йөрөгәндәргә лә сират етте...

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә бармаған өсөн беренсе енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Ҡасып йөрөгәндәргә лә сират етте...
Ҡасып йөрөгәндәргә лә сират етте...

21 сентябрҙә Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде. Повестка алған ир-ат үҙ бурысын үтәр өсөн уҡыу частарына китте. Әммә араларында бармай ҡалғандар ҙа булған. Әле Рәсәйҙә мобилизациянан баш тартҡан өсөн беренсе енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында билдәле булды.

Был турала 5 октябрҙә Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында хәбәр иттеләр. Эш Пенза ҡалаһы кешеһенә ҡарата асылған. Ғәйепләнеүсе ике йылға тиклем колонияны күҙ уңында тотҡан 328-се статьяның 1-се өлөшө – “Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан баш тартыу” буйынса яуап бирәсәк.

Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙә хәрби иҫәптә торған 1990 йылғы иргә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби комиссариатҡа барһын өсөн 26 сентябрҙә Пенза районының Кондольский ауыл биләмәһе хакимиәтенә килергә ҡушалар.

“Хәрби хеҙмәттән азат ителеүгә законлы нигеҙ булмаһа ла, ул повестка буйынса килмәгән”, – тип белдерҙеләр ведомствола.

24 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәт тураһында төҙәтмәләр пакетына ҡул ҡуйҙы. Шулай, запастан хәрби күнекмәләргә саҡырылғандар килмәгәндәре йәки хеҙмәт итеү урынын үҙ белдеге менән ташлап киткәндәре өсөн контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр кеүек үк енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. 21 сентябрҙә Путин өлөшләтә мобилизациялауҙың башланыуы тураһында иғлан итте. Бындай сара илде, уның суверенитетын яҡлау өсөн кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй лидеры.

20 сентябрҙә илдең Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа дезертирлыҡ һәм үҙ ирке менән әсирлеккә төшкән өсөн яза тураһында төҙәтмәләр менән закон ҡабул итте. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә килмәү йәки дезертирлыҡ өсөн биш йылдан 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Икенсе көндө төҙәтмәләр менән законды Совфед ҡабул итте.

 

Фото: presssvir.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: