Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
30 Сентябрь 2022, 12:02

Рәсәйҙә герой-әсәләргә түләү өсөн 30,7 миллион һум бүленгән

-

Рәсәйҙә герой-әсәләргә түләү өсөн 30,7 миллион һум бүленгән
Рәсәйҙә герой-әсәләргә түләү өсөн 30,7 миллион һум бүленгән

Рәсәй Хөкүмәте «Герой-әсә» исемен алғандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 30,7 миллион һум бүлде. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

«Ата-әсәлек даны» ордены йәки миҙалы менән бүләкләнгән граждандарға ла аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.

«2022 йылда ошондай түләүҙәр өсөн аҡса хөкүмәттең резерв фондынан күсә. 2023-2025 йылдарҙа әлеге түләүҙәр өсөн финанслау Хөкүмәт хуплаған федераль бюджет проектына һалынған», — тип билдәләнә белдереүҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Рәсәйҙә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Уның шарттарына ярашлы, 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум күләмендәге түләү тәғәйенләнә.

Бынан тыш, «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләгәндә ата-әсәләрҙең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларҙың береһенә бер тапҡыр 200 мең һум түләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-30/na-vyplaty-materyam-geroinyam-v-rossii-vydeleno-30-7-mln-rubley-2971326

Автор:Альмира Давлетбаева.
Фото:Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор:
Читайте нас: