Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Сентябрь 2022, 12:15

Тәфтишсе һорау алғанда үҙеңде нисек тоторға?

..

Тәфтишсе һорау алғанда үҙеңде нисек тоторға?
Тәфтишсе һорау алғанда үҙеңде нисек тоторға?

Шаһит йәки ғәйепләнеүсе сифатында күрһәтмәләр биреү өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарының һорау алыуы – һәр ваҡыт стресс! Әммә бындай хәлгә әҙер булырға кәрәк.
Адвокаттар кешеләрҙең һорау алыуҙа нимә көтөүен һәм үҙҙәрен нисек тоторға, нимә әйтергә кәрәклеген, нимә әйтергә ярамағанлығын бөтөнләй белмәүен билдәләй. Әлбиттә быға аптырарлыҡ түгел, сөнки тәфтишсе кабинетында нимә барғанын күптәр фильмдарҙан һәм сериалдарҙан ғына ҡарап белә.

Һорау алыуға ҡасан килмәҫкә мөмкин? Ниндәй шарттарҙа һо­рауға яуап биреүсе өндәшмәҫкә хоҡуҡлы? Икеле һорауҙарға яуап биреүҙән нисек ҡасырға? Тәфтишсенең тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Нисек итеп янауға һәм шантажға бирелмәҫкә? 

✔ Әгәр яҡлау линияһы һай­ланмаһа йәки һорау алыуҙа киҫкен ихтыяж булмаһа, күр­һәтмә бирмәү (Конституцияның 51-се статьяһына һылтанма менән) йәки кисектереү, һу­ңынан һорау алыу тураһында өҫтәмә рәүештә үтенес ҡағыҙы яҙыу яҡшыраҡ.

✔ Һеҙҙе аҡлаясаҡ теүәл факт­­тар (мәҫәлән, һеҙҙең алиби һәм уны раҫлаясаҡ факттар) булғанда, күрһәтмәне тиҙ арала биреү мөһим. Ул хәлегеҙҙе күпкә еңелләштерәсәк. 

✔ Һеҙҙән шаһит сифатында һорау алһалар ҙа, адвокаттан ярҙам һорағыҙ йәки уның менән генә һорау алыуға барыу яҡ­шыраҡ.
✔ Буш бланктарға ҡул ҡуй­мағыҙ. Һәр ваҡыт ҡул ҡуйыр  алдынан нимәгә ризалыҡ бирергә йыйыныуығыҙ  хаҡында ентекле уҡығыҙ.

✔ Дөйөм күрһәтмәләр күбе­рәк булған һайын, уларҙы тө­ҙәтеүе еңелерәк. Шуға күрә тәфтишсе бәйләнә алырлыҡ артыҡ деталдәрҙе ҡулланмау хәйерле.

✔ Һеҙ адвокат менән кәңәш­ләшеү өсөн теләгән ваҡытта һорау алыуҙы туҡтата һәм адвокат менән генә ҡалыуҙы һорай алаһығыҙ. 

✔ Күрһәтмәләр бирергә ҡа­рар итһәгеҙ, шуны күҙ уңын­да тотоғоҙ: судта һеҙ уларҙан баш тартһағыҙ ҙа, барыһын да башҡаса һөйләп бирһәгеҙ ҙә, тап тәүге күрһәтмәләр  эш барышына нигеҙ һаласаҡ. 

✔ «Тәфтишселәр барыһын да асыҡлар һәм һеҙҙе мотлаҡ өйөгөҙгә ҡайтарыр» тигән иллюзияны башығыҙға һеңдер­мәгеҙ. Тикшереүҙең үҙенең бурысы бар, һеҙҙең – үҙегеҙҙеке. Һорау алыуға адвокат менән ваҡиғалар үҫешенең бөтә вариантын һәм аныҡ эш планын асыҡлағас ҡына барыу яҡшыраҡ.
Хоҡуҡтарығыҙҙы белегеҙ. Законды боҙмағыҙ һәм иректә ҡалығыҙ!

Енәйәт эштәре буйынса адвокат 
Айҙар ХЫЗЫРОВ әҙерләне. 

 

Автор:AdminQ Admin
https://vk.com/rb_media
Автор:
Читайте нас: