Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
8 Сентябрь 2022, 20:42

Шундай ҡыҙҙарҙы әрәм иткәйне...

Былтыр сентябрҙә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында булған ҡот осҡос фажиғә беҙҙең республика халҡын бик тетрәндергәйне

Шундай ҡыҙҙарҙы әрәм иткәйне...
Шундай ҡыҙҙарҙы әрәм иткәйне...

Былтыр сентябрҙә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында булған ҡот осҡос фажиғә беҙҙең республика халҡын бик тетрәндергәйне. Унда Башҡортостандан булған 17, 18 һәм 20 йәшлек студент ҡыҙҙар үлтерелде. Күп тә үтмәй хоҡуҡ һаҡсылары был ҡурҡыныс енәйәтте башҡарған әҙәмдең эҙенә төштө һәм уны ҡулға алды. Әле иһә был хәл буйынса яңы мәғлүмәттәр билдәле булды.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2021 йылдың 29 сентябрҙә 30 йәшлек Александр Лазарев Йәштәр урамындағы йорттоң беренсе ҡатына тәҙрә аша инә. Ул ҡыҙҙарҙы алдан белмәгән булған. Студенткалар йоҡларға ята, әммә тышҡы ишектәре бикләнмәгән була. Быны күреп ҡалған ир 01.30 сәғәттә фатирға инә һәм бысаҡ менән ҡыҙҙарға янап, уларҙы көсләй. Аҙаҡ һәр береһенә күп тапҡырҙар бысаҡ менән сәнсә, башлыса муйындары һәм күкрәктәренә тура килә. Бынан һуң ҡабәхәт фатирға ут төртә. Шул саҡта яралы ҡыҙҙарҙың береһе үҙенә килә һәм фатирҙан сығып ҡасырға тырыша. Тик ир уны баҫтырып сыға һәм урамда үлтереп ҡуя.

Лазарев енәйәт яуаплылығынан ҡасырға тырыша. Был маҡсатта ул 3 октябрҙә Орск ҡалаһында машина урлай һәм уның менән хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡаса. Тик юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға ала.

Әйткәндәй, ошо уҡ ир 15 августа Гай ҡалаһынан тағы бер ҡатынды көсләгән булған. Уны ул машинаһында йөрөп килергә саҡырған һәм ҡара эшен ҡылған.

Тәфтишселәр уны ҡанға батҡан кейеме буйынса таба. Шулай уҡ, экспертиза ирҙең үҙ аҡылында булғанын раҫлай. Әле енәйәт эше тикшерелеп бөткән, ул 18 томдан тора. Эш прокурорға ебәрелгән, оҙаҡламай ғәйепләү ҡарары сығарыласаҡ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева

Шундай ҡыҙҙарҙы әрәм иткәйне...
Шундай ҡыҙҙарҙы әрәм иткәйне...
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: