Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
25 Август 2022, 11:20

Атай кеше ҡатынын һәм инвалид улдарын сәнсеп үлтергән

-

Атай кеше ҡатынын һәм инвалид улдарын сәнсеп үлтергән
Атай кеше ҡатынын һәм инвалид улдарын сәнсеп үлтергән

Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иҫерек ир компьютер артында ултырған 38 йәшлек улдарынан эсергә аҡса талап иткән.  Хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикле булыу арҡаһында инвалид булып ҡалған ағайлы-ҡустылы йорттан сыға алмаған. Иҫерек ғауғанан арыған улдарҙың береһе полицияға шылтыратып, атаһын участкаға алып килеүҙәрен һораған, сөнки ул ғауға ҡуптарған була. Ошо шылтыратыу ирҙе тамам сығырынан сығарған. Ул бысаҡ алып, улдарын, һуңынан уларҙы яҡларға ташланған ҡатынын да сәнсеп үлтергән.

 

Игеҙәктәр полиция килгәнсе үк вафат булған. Ҡатын дауаханала йән биргән. Енәйәтсегә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир үҙ ғәйебен таныған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова.
Автор:
Читайте нас: