Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
24 Август 2022, 14:28

Иғтибарлы бул, мотоциклсы!

Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында акция үтте

Иғтибарлы бул, мотоциклсы!
Иғтибарлы бул, мотоциклсы!

Бөгөн күпселек үҫмерҙәр  мотоцикл, скутер, мопедтарға ултырып, оло юлға сыға.

Балиғ булмағандарҙың, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәй йәки һанға һуҡмай авариялар булдырып, уның бик аяныслы тамамланыу осраҡтары ла бар.

Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында “Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы ирекмәндәре йәшгвардеецтар менән берлектә  “Мотоциклсы, иғтибар” акцияһын ойошторҙо. Улар кискә район үҙәге урамдарына сығып, мотоцикл йөрөтөүселәргә буклеттар тараттылар.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: