Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
16 Август 2022, 12:24

Кемдәр 1 миллион һум аҡса аласаҡ?

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.  

Кемдәр 1 миллион һум аҡса аласаҡ?
Кемдәр 1 миллион һум аҡса аласаҡ?

Быға ярашлы, 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән Рәсәй граждандары 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк аласаҡ. Унан тыш, хәҙер «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләгәндә ата-әсәләрҙең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларҙың береһенә бер тапҡыр 200 мең һум түләнәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова.
Автор:
Читайте нас: