Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
13 Август 2022, 09:23

Иман йортона инеп...

Сибайҙа полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙы ҡулға алған

Иман йортона инеп...
Иман йортона инеп...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса бүлегенә мәсеттә иғәнә йәшниктәренән аҡса урлауҙары тураһында хәбәр килгән.

Оператив-эҙләү эштәре барышында ғәйепләнеүсе ҡулға алына. Ул Ейәнсура районынан 37 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ирҙең енәйәт ҡылырҙан бер аҙна алда Сибайға килеүе асыҡланған. 

«10 августа төндә иҫерек сағында ул ҡыуаҡлыҡта уянған һәм үҙенән алыҫ булмаған мәсетте күргән. Мәсеттә мәхәллә кешеләренең аҡса һалған йәшниктәре барлығы тураһында уйлағас, уның мәсеткә инеп, аҡса урларға ниәте барлыҡҡа килгән», - тип һөйләне Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса штаб инспекторы Азалия Азаматова.

Медицина битлеген, бирсәткәләр кейеп, башын таҫтамал менән урағандан һуң, ир енәйәт ҡылыуға киткән. Мәсеттә берәүҙең дә булмауына инанғас, пластик ишекте емереп, бүлмәгә инеп, иғәнә һалыу өсөн йәшниктәрҙе тышҡа сығара. Иғәнәләр өсөн бөтә йәшниктәрҙең дә бушап ҡалыуына инанғас, талаусы ҡала үҙәге яғына йүнәлгән. Уның һүҙҙәренсә, ул урлаған аҡсаны күрше кварталда һанаған. Йәмғеһе 7 мең һум самаһы тәшкил иткән.

«Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене асыҡлаған һәм ҡулға алған. Ул быға тиклем Ейәнсура районынан хөкөм ителгән ир булып сыҡҡан һәм үҙ ғәйебен таныған. Аҡсаның бер өлөшө тартып алынды, әммә ҡалғанын ул спиртлы эсемлеккә, ризыҡҡа тотоноп өлгөргән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында», - тип йомғаҡ яһаны Азалия Азаматова.

 

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: