Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Август 2022, 15:17

Торлаҡһыҙ ҡалдырған

Торлаҡ менән мутлашма- төрмәгә эләгерһең.

Торлаҡһыҙ ҡалдырған
Торлаҡһыҙ ҡалдырған

Ишембай ҡала суды   бер ҡатынға хөкөм ҡарарын сығарҙы. Ул мутлашыуҙа ғәйепләнә.

 2011 йылда риелтор ханым имен булмаған ғаиләнең ике бүлмәле фатирының өстән ике өлөшөн  һатып ала . Торлаҡтың ҡалған өлөшө балалар йортонда тәрбиәләнгән бәлиғ булмаған баланыҡы була. Бәлиғ булыу йәшенә еткәс, ҡатын уны үҙ өлөшөн  һатыуға күндерә.   Был аҡсаға ятаҡтан айырым бүлмә һатып алып бирергә вәғәҙә итә. Әммә һүҙендә тормай. 362 мең һум аҡсаны  үҙенә ала.

     Ғәйепләнеүсе судта үҙ ғәйебен танымай.Суд уны дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 6 йыл да 6 айға хөкөм итте. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.

 

Фото: kredit-on.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина.
Автор:
Читайте нас: