Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Август 2022, 20:34

Банкомат урлаған...

Көпә-көндөҙ. Магазиндан. Нисек тиһеҙгеҙме?

Банкомат урлаған...
Банкомат урлаған...

Өфөлә күп балалы атайҙың 2,7 миллион һум аҡса ятҡан банкоматты көпә-көндөҙ магазин эсенән алып сыҡҡанлығы туаһында хәбәр 2020 йылдың июль айында яҙылғайны. Был аҙымға уны нимә этәргән? Хәл-ваҡиғалар артабан нисек аҡҡан?

Ул ваҡытта полицияға банкоматты урлауҙары тураһындағы хәбәр билдәле супермаркеттың администраторынан килә.

Ҡатындың һүҙҙәре буйынса, көндөҙгө сәғәт 3-тәрҙә магазинға битенә респиратор кейгән эшсе кейемендәге 30 йәштәр тирәһендәге ир килеп инә, банкоматты электрға тоташыуҙан өҙә, тышын ҡара төҫтәге йәбешкәк пленка менән уратып алып, тышта торған гидравлик арбаға тейәй башлай.

Ир ҡаушау һәм икеләнеү күрһәтмәйенсә, етәкселәрҙең күрһәтмәһе буйынса банкоматты икенсе урынға күсерергә кәрәклеген әйтә. Бының өсөн документтар тәртиптә, тип тә өҫтәй ул, унан ҡағыҙ таптырыусы булмаһа ла.

Шулай итеп, ир бер ҡаршылыҡһыҙ банкомат һынлы банкоматты алдан ҡуртымға алынған эвакуаторға тейәй һәм шулай уҡ ҡуртымға алынған гаражға алып барып йәшерә. Бер нисә көндән, полиция уны эҙләмәгәнлектән файҙаланып, банкомат йәшерелгән урынға йәнә килә һәм уны емерә. Сейфын ғына үҙендә ҡалдырып, ҡоролманы Нагаевка күперенән йылғаға ташлай. Был ҡара эшендә уға иптәше ярҙам итә.

Артабан сейфты Ырымбур менән Өфө араһындағы юлдың урманына килтереп, ҡуртымға алынған болгарка ярҙамында бысып аса һәм эсендәге аҡсаһына эйә була.

Полиция уны бер йылға яҡын эҙләй. Эҙен юллап барып тапҡастары, ир ғәйебен шунда уҡ таный һәм өс балаһы булыуын, шунлыҡтан ҙур мөҙҙәткә иркенән мәхрүм итмәүҙәрен үтенә.

Һөҙөмтәлә, банкомат буры дөйөм режимлы колонияла 1,5 йылын үткәрәсәк. Бынан тыш, ул банкка матди зыян күләмен - 3,5 миллион һумды, уның 900 меңе банкомат ҡоролмаһы өсөн - ҡайтарырға тейеш.


Мәғлүмәт һәм фото: "Моя Уфа" сайтынан.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: