Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
25 Июль 2022, 11:57

Юл хаталарҙы бер ҡасан да ғәфү итмәй

..

Юл хаталарҙы бер ҡасан да ғәфү итмәй
Юл хаталарҙы бер ҡасан да ғәфү итмәй

Руль артына айыҡ килеш. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Иҫерек килеш кеше ғүмерҙәрен ҡыйған водителдәр хәҙер шундай фекерҙә. Өфө колонияларының береһендә уларҙың үкенеү һүҙҙәрен БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин тыңланы.

 

Ғәфү үтенә, үкенә, көрһөнә әммә терһәкте тешләп булмай. Денис Минәзев юл-транспорт-ваҡиғаһында ауылдашының ғүмерен ҡыйған. Суд  ҡарары менән әле ул рәшәткә артында. Тикшереү барышында, Денистың  руль артына эскән килеш улытырыуы асыҡланған.

Азат Хөснөтдинов аварияға эләкмәгән, кеше ғүмерҙәре ҡыймаған. Колонияға ул ҡырын тейәп руль артына ултырған өсөн эләккән. Юл патруль хеҙмәте Азатты эскән килеш икенсегә туҡтатҡан.

Закондар ҡәтғиләшеүгә ҡарамаҫтан, эсеп ҡыйыуланып алғандан һуң машина менән идара итергә теләүселәр кәмемәй. Ҡоро һандарҙа ,күңелһеҙ статистика.

Иң аяныслыһы, эскән килеш руль артына ултырыуысыларҙы, хатта яҡындары ла туҡтатырға теләмәй. Иҫерек водитель, күрәләтә кеше ғүмерен өҙөүсе менән бер. Денис менән Азат хәҙер  хаталарын аңлаған.

Фото №1 - Юл хаталарҙы бер ҡасан да ғәфү итмәй

Рафиҡ Әхмәтшин

Автор:
Читайте нас: