Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Июль 2022, 09:39

16 йыл эшҡыуарҙарҙы талағандар...

Улар үҙ ҡорбандарынан 14 миллион һумдан ашыу аҡса алған.

16 йыл эшҡыуарҙарҙы талағандар...
16 йыл эшҡыуарҙарҙы талағандар...

Башҡортостанда Ишембайҙан криминаль төркөмдөң ойоштороусыһы һәм унда ҡатнашыусылар хөкөм алдына баҫа. Улар үҙ ҡорбандарынан 14 миллион һумдан ашыу аҡса алған.

Был тураһында республика прокуратураһы хәбәр итте. Тикшереү версияһы буйынса, 29 йәштән 64 йәшкә тиклемге дүрт ир-егет эшҡыуарҙарҙы - кафе һәм шиномонтаж сервисы хужаларын, шулай уҡ таксистар һәм йөк машиналарын ҡуртымға биреүселәрҙе талау менән шөғөлләнгән.

«Енәйәт эше фигуранттары көс ҡулланыу, мөлкәтте юҡ итеү һәм уға зыян килтереү янауы аҫтында аҡса тапшырыуҙы талап иткән. Айлыҡ иғәнәләр суммаһы 2 меңдән 60 мең һумға тиклем тәшкил иткән. 2005-2021 йылдарҙа ғәйепләнеүселәр 14 кешенән 14 миллион һумдан ашыу алғандар», - тип билдәләнеләр ведомствола.

Енәйәтселәр үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны - уларға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 163-сө статьяһы буйынса яза янай.

 

Фото:архив ИА «Башинформ».
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: