КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
15 Июль 2022, 04:40

Таныш булығыҙ—районда яңы прокурор

Рәсәй Федерацияһы генераль прокурорының 2022 йыл 28 июнендәге приказы менән был вазифаға юстицияның өлкән советнигы Галина Михайловна Садыкова тәғәйенләнде

Таныш булығыҙ—районда яңы прокурорТаныш булығыҙ—районда яңы прокурор
Таныш булығыҙ—районда яңы прокурор

Г.Садыкова 1976 йылда Ейәнсура районында тыуған, 2004 йылда “юриспруденция” һөнәре буйынса Ырымбур дәүләт университетын тамамлай.

2003 йылдың октябрендә республика прокуратура органына хеҙмәткә алына. Хәйбулла районында прокурор ярҙамсыһы, прокурор урынбаҫары, артабан Ейәнсура районы прокуроры вазифаларын башҡара.

Галина Михайловна хеҙмәт бурыстарын  өлгөлө үтәгән өсөн бер нисә тапҡыр  Рәсәй Федерацияһы генераль прокуроры һәм Башҡортостан Республикаһы прокуроры тарафынан бүләкләнә, 3-сө дәрәжә “Законға тоғролоҡ өсөн” билдәһе менән наградланған.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас