КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Июль 2022, 07:00

Үҙенә законһыҙ рәүештә премиялар күсергән

Район башлығының элекке урынбаҫары үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған

Үҙенә законһыҙ рәүештә премиялар күсергәнҮҙенә законһыҙ рәүештә премиялар күсергән
Үҙенә законһыҙ рәүештә премиялар күсергән

Башҡортостандың Кушнаренко районы башлығының элекке урынбаҫары үҙенә законһыҙ рәүештә премиялар күсерҙе. Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2015 йылдың ғинуарынан 2016 йылдың декабренә тиклем чиновник вәкәләттәре булмаһа ла үҙенең премияһы тураһында бойороҡтар сығарған. Шулай итеп, ир бюджеттан 420 мең һумдан ашыу аҡса алған һәм уларҙы үҙ теләге буйынса файҙаланған.

Хоҡуҡ боҙоуҙар прокурор тикшереүе барышында асыҡланған. Ғәйепләнеүсегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 160-сы статьяһының 3-сө өлөшө (үҙенең вазифаһы менән файҙаланып үҙләштереү) менән ҡаралған енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулы күләмдә танынған. Енәйәт эше ҡарау өсөн Кушнаренко районы судына ебәрелгән.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас