

Өфөнөң Калинин районы суды 13 йәшлек үҫмерҙе бәрҙергән муниципаль предприятиеларҙың береһенә ҡараған «КамАЗ» водителенә хөкөм ҡарары сығарҙы. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.
Был хәл 2021 йылдың майында булды, үҫмер ваҡиға урынында бик күп йәрәхәттәрҙән һәләк була. Ир үҙ ғәйебен танымаған.
Суд Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 3-сө өлөшөнә (автомобиль менән идара итеүсенең, кешенең һаҡһыҙлығы арҡаһында үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы) ярашлы уны 3 йылға колония-торамаға хөкөм итте. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәне.