

Мәләүез район-ара тәфтиш бүлеге Мәләүез районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫарына ҡарата ҙур күләмдә ришүәт алыу статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2021 йылдың июнендә район хакимиәте һәм шәхси эшҡыуар Мәләүез районында Дәүләтҡол - Сухаревка автомобиль юлын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарыуға муниципаль контракт төҙөгән. Хакимиәт башлығының урынбаҫары башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү буйынса вәкил булараҡ, ғәмәлдә ремонт яһаған шәхси эшҡыуарҙан башҡарылған эштәрҙе ҡаршылыҡһыҙ ҡабул итеүҙә булышлыҡ күрһәтеү һәм контракт буйынса ваҡытында түләүҙе тәьмин итеү өсөн 200 мең һум ришүәт талап иткән. Кире эҙемтәләрҙән ҡурҡып, ир ризалашҡан һәм чиновник күрһәтмәһе буйынса уның шәхси йорто өсөн 200 мең һумға тәҙрә һатып алған.
«Бынан алда район хакимиәте башлығының урынбаҫары етем балалар өсөн яңы фатирҙарҙы ҡаршылыҡһыҙ ҡабул иткәне өсөн 2 миллион һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Эште тикшереү барышында ришүәт алыуҙың яңы осрағы асыҡланды», - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтенән.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 13 майҙа компания офисында ике миллион һум алғанда ришүәт алыу аралашсыһы - 34 йәшлек ир тотолған. Шул уҡ көндө Мәләүез районы башлығы урынбаҫары ла ҡулға алынған. Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында, тәфтишселәр ҡылынған енәйәттәрҙең бөтә шарттарын асыҡлауын дауам итә, шулай уҡ ғәйепләнеүсенең ошо уҡ енәйәткә ҡағылышы барлығын тикшерә.
Фото:СКР по РБ
Сығанаҡ: "Башинформ"