

«Закон проектын республика парламентына Көйөргәҙе районы Советы индерҙе, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Әлеге башланғыс менән Яҡут ауылы халҡы сығыш яһаны. Ошондай ҡарар граждандарҙың дөйөм йыйылышында ҡабул ителде, сөнки улар был сара ауылда хәмер эсеүҙе, шул рәүешле үлем кимәлен кәметергә, ғүмер оҙайлығын арттырырға һәм демографик хәлде яҡшыртырға ярҙам итер тип иҫәпләй».
Парламент рәйесе билдәләүенсә, республика парламенты бындай законды тәүге тапҡыр ҡабул итә.
«Айырым биләмәлә ҡоро законды ғәмәлгә индереү бындай сараның һөҙөмтәлелеген һәм маҡсатҡа ярашлылығын аңлау өсөн кәрәк , – тине Константин Толкачев. – Мәсьәлә ярайһы уҡ бәхәсле. Был йәһәттән минең дә шигем бар. Үҙгәртеп ҡороу осорондағы «ҡоро закон»дың суррогаттың таралыуына һәм халыҡтың ағыуланыуына, шул иҫәптән үлеменә килтергәнен хәтерләйбеҙ. Әммә ул саҡта бер кемдән дә һорап тормағандар – ныҡ тыйылған булған. Әлеге осраҡта барыһы ла башҡаса. Халыҡ үҙе теләп сикләү индерә. Ҡарарбыҙ, нимә килеп сығыр».