КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
26 Июнь 2022, 05:08

Полиция хеҙмәткәренә ҡайнар һыу ҡойған ҡатын хөкөм алдына баҫа

  

Полиция хеҙмәткәренә ҡайнар һыу ҡойған ҡатын хөкөм алдына баҫаПолиция хеҙмәткәренә ҡайнар һыу ҡойған ҡатын хөкөм алдына баҫа
Полиция хеҙмәткәренә ҡайнар һыу ҡойған ҡатын хөкөм алдына баҫа

Бөрйән районы прокуратураһы урында йәшәгән ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған.

Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 318-се статьяһының 2-се өлөшө (власть вәкиленә ҡарата һаулыҡ өсөн хәүефле булған көс ҡулланыу) менән ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2021 йылдың ноябрендә ике полиция хеҙмәткәре спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу тураһында мәғлүмәтте тикшереү өсөн ҡатындың өйөнә килгән. Тикшереү барышында йорт хужабикәһе сәйнүк алып, уға ҡайнар һыу ҡойған.

Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡарау өсөн Белорет район-ара судына ебәрелгән.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас