

Бөгөндән, 20 июндән, Рәсәйҙә бурыслыларға ҡарата башҡарма производстволар асыу һәм туҡтатыу тураһында ҡарарҙар, шулай уҡ бурыстарҙы түләтеү суд приставы ҡатнашлығынан тыш - автоматик режимда ҡабул ителәсәк.
Мәҫәлән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн гражданға штраф түләүгә бүленгән 60 көн үткәс, ЮХХДИ-ның мәғлүмәт системалары һәм Федераль суд приставтары хеҙмәте мәғлүмәттәр менән алмаша. Шунан һуң дәүләт һәм муниципаль түләүҙәр тураһында Дәүләт мәғлүмәт системаһына автоматик һорау ебәрелә. Һәм, әгәр түләү килмәһә, өс көн эсендә башҡарыу эше асыла.
Яңы тәртип Федераль суд приставтары хеҙмәтенең башҡарма производство асыуға һәм унан баш тартыуға, башҡарма производствоны тамамлауға, туҡтатыуға һәм башҡарыу йыйымын түләттереүгә ҡағылышлы ҡарарҙарына ҡарата индерелә. Хәҙер автоматик режимда сикләүҙәр, тыйыуҙар, арест һалыу, кисектереү биреү, бурыслының килеменә түләтеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителә.