КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Июнь 2022, 03:48

Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығының элекке етәксеһен хөкөм иткәндәр

  

Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығының элекке етәксеһен хөкөм иткәндәрСибай ҡалаһы мәғариф идаралығының элекке етәксеһен хөкөм иткәндәр
Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығының элекке етәксеһен хөкөм иткәндәр

Сибай ҡала суды урындағы мәғариф идаралығының элекке етәксеһенә ҡарата «ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу» статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Республика күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдың июлендә ғәйепләнеүсе ике белем биреү ойошмаһында ремонт эштәрен башҡарыуға (дөйөм суммаһы 36 миллион һумдан ашыу) муниципаль контракттар төҙөүҙә «Регион Минерал Инвест» йәмғиәтенең еңеүен тәьмин иткән.

«Үҙенең хеҙмәттәре өсөн ул подряд компанияһы етәксеһенән килешеүҙәр хаҡынан өс процент күләмендә ришүәт талап иткән, был бер миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Чиновник бөтәһе 240 мең һум самаһы аҡса һәм төҙөлөш материалдары алған. Бынан тыш, ул 19 белем учреждениеһы һәм «Бастион» ойошмаһы араһында төҙөлгән килешеүҙәр буйынса 2 миллион һумға яҡын суммаға башҡарылған эштәрҙе (мәктәптәрҙе инженер-техник саралар һәм хәүефһеҙлек системалары менән йыһазландырыу буйынса саралар үткәреү) ҡабул итеүгә булышлыҡ иткән. Бының өсөн ойошма үҙ иҫәбенә енәйәтсенең әсәһенең ер участкаһында электр менән тәьмин итеү һәм видеокүҙәтеү элементтарын һатып алған һәм монтажлаған. Тотонолған аҡсаларҙың дөйөм суммаһы 209 мең һумдан ашыу тәшкил иткән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһында.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре коммерсанттарҙың ғаризалары нигеҙендә енәйәт эше фигурантының законһыҙ эштәренә юл ҡуймаған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Суд уға, урындағы үҙидара органдарында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа 5 йылға етәксе вазифаларын биләү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 2,3 миллион һум күләмендә штраф менән, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 9 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас