

2008 йылдың май айында Салауат ҡалаһы полиция хеҙмәткәрҙәре 42 йәшлек эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ир баҙарҙа емеш-еләк менән һатыу итә. Шул ваҡытта үҙенең коллегаларын аҡсаға алдай. Тәүҙә бурысын ваҡытында биреп бара, аҙаҡ, аҡсаны бирмәҫ өсөн, ҡаланан ҡасып китә. Ул ваҡытта уның бирәсәге 500 мең һум тәшкил итә.
Уҙған аҙнала ирҙе Санкт-Петербург ҡалаһында тоталар. Унда бур икенсе исем аҫтында йәшеренеп йәшәй.
БР Эске эштәр министрлығының пресс-хеҙмәте.
Фото интернет селтәренән алынды.