

БР Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кеше экспертиза үтеүҙәң ике юлын һайлай ала: шәхсән һәм ситтән тороп.
Министрлыҡтан әйтеүҙәренсә, кеше ситтән тороп экспертиза үтеү юлын һайлай икән, был осраҡта медицина документтары нигеҙендә ҡарар ҡабул ителә, килеү йәки документтар килтереү кәрәкмәй. Бөтә кәрәкле мәғлүмәт комиссияға медицина ойошмаһынан ебәрелә. Махсус ҡорамал ярҙамында тикшереү үтергә кәрәк булған йәки башҡа айырым осраҡта ғына килеү мотлаҡ булыуы ихтимал. Әгәр ҙә граждан медицина тикшереүен шәхсән үтеүҙе һайлай икән, ул саҡта регистратураның электрон сервисы аша процедура үтеү көнөн һәм ваҡытын һайлай ала.
Кемдәрҙең инвалидлыҡ ваҡыты 1 июлдә сыға, уларға ваҡытында суд-медицина экспертизаһына йүнәлтмә ебәрергә кәрәк.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.