КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
17 Май 2022, 11:03

"Өсөнсө ай инде балаларым менән иремдән ҡасып йөрөйөм. Ул беҙгә үлтереү менән янай"

Өфөлә йәшәгән ханым үҙҙәрен яҡлауҙы һорай

"Өсөнсө ай инде балаларым менән иремдән ҡасып йөрөйөм. Ул беҙгә үлтереү менән янай""Өсөнсө ай инде балаларым менән иремдән ҡасып йөрөйөм. Ул беҙгә үлтереү менән янай"
"Өсөнсө ай инде балаларым менән иремдән ҡасып йөрөйөм. Ул беҙгә үлтереү менән янай"

Анна улдары менән йортонан сығып китергә мәжбүр булған. 11 йыл буйына үҙе лә, балалары ла ғаиләлә йәберләнеп йәшәгән. Ире янағас, өҫтәүенә көс структураларында эшләгәс, Анна полицияға мөрәжәғәт итергә ашыҡмаған.

📣"Ул миңә, туғандарыма үлтереү менән янаны, балаларҙы ситкә алып сығып китәм, һин уларҙы бер ҡасан да күрмәҫһең, тип ҡурҡыта торғайны. Мин шуға ышандым, ныҡ ҡурҡа инем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ни ҙә эшләй алманым", - ти ханым.

Ғаиләнең йәберләнеп йәшәгәнен Әмирҙән белеп ҡалғандар. Атай кешенең әсәне һәм ҡустыһын ҡурҡытып тотоуын мәктәп психологы баланың һүрәтенән аңлаған.

📣"Ғаиләнең һүрәтен төшөрөүҙе һоранылар, ә кемде яратмайһың, уның рәсемен айырым эшләргә кәрәк ине. Мин әсәйемдең, ҡустымдың һәм ҡуянымдың һүрәтен яһаным. Атайым менән йәшәргә теләмәгәс, уның һүрәтен айырым төшөрҙөм", - ти малай.

Был хаҡта билдәле булғас, ире ҡатынын өйөнән ҡыуып сығарған, ул мөғжизә менән генә балаларын алып, ҡасып киткән. Ханым полицияға һәм тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән, айырылышырға ғариза яҙған. Ул суд аша балаларына хоҡуғын яҡлай, ире уларҙы Башҡортостандан ситкә алып китер тип хәүефләнә.

 

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас