

Сибай район-ара бүлек тәфтишселәре Хәйбулла районында 6 йәшлек малайҙың үлеме тураһында эш материалдарын судҡа тапшырҙы. Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә Аҡъяр ауылы янғын-ҡотҡарыу часы ҡарауылы начальнигы ҡуйыласаҡ. Ул иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләнә.
Ғәҙәттән тыш хәл 2021 йылдың 17 авгусында булды. Янғын һүндереүсе бригада менән бергә гараждағы утты һүндереүгә килгән. Унан ҡарауыл начальнигы еңел тоҡанып китеүсе матдә һалынған металл мискәне сығарған.
«Янғын һүндерелгәндән һуң ғәйепләнеүселәрҙең хеҙмәт бурыстарын үтәмәүе арҡаһында, мискә «Янғын хәүефһеҙлеге тураһында»ғы федераль законды боҙоу арҡаһында урамда ҡарауһыҙ һәм саралар күреүһеҙ ҡалдырылған. Шул уҡ көндө кискеһен еңел тоҡанып китеүсе матдә янып китә, ә эргәһендәге 6 һәм 7 йәшлек ике бала тәненең 90 һәм 50 проценты бешеүҙәренә дусар була», - тип һөйләне тәфтишселәр.
Балаларҙы дауаханаға алып барғандар. Ләкин алты көндән кесеһе вафат булған, ете йәшлек иҫән ҡалған, әммә уның һаулығына ҙур зыян килтерелгән. Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен танымаған.