КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
22 Апрель 2022, 10:13

Өфөлә 37 йәшлек ир 14 йәшлек үгәй ҡыҙына бәйләнгән

-

Өфөлә 37 йәшлек ир 14 йәшлек үгәй ҡыҙына бәйләнгәнӨфөлә 37 йәшлек ир 14 йәшлек үгәй ҡыҙына бәйләнгән
Өфөлә 37 йәшлек ир 14 йәшлек үгәй ҡыҙына бәйләнгән

Өфөлә 14 йәшлек ҡыҙҙың әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул 37 йәшлек иренең ҡылыҡтары тураһында быйыл апрель айында ғына белеп ҡалған. Уҡыусы ҡыҙҙың һүҙҙәренсә, үгәй атаһы уға бәйләнгән. Ҡыҙ был хаҡта әсәһенә әйтергә ҡурҡҡан.

Ир менән ҡатын талашҡандан һуң дөрөҫлөк өҫкә сыҡҡан. Әсә әхирәтенең тыуған көнөндә ултырғанда ире уның ике ҡыҙын рөхсәтһеҙ-ниһеҙ ҡаланан ситтә йәшәгән һеңлеһенә алып киткән. Шунан һуң ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән, хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡыҙҙарҙы өйөнә ҡайтарған. Был хәлдән һуң 14 йәшлек ҡыҙ әсәһенә үгәй атаһының бәйләнеүе хаҡында һөйләп биргән. Ир ҡатынының ғариза яҙғанын белеп ҡалыу менән ҡасҡан.

Бөгөн, 22 апрелдә, уны тотҡандар. Билдәле булыуынса, быға тиклем ул бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас