КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Апрель 2022, 07:46

Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан

Ир кешегә 33 йәш, айырым билдәләрҙән - һул ҡолағы юҡ.

Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡанҺаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан
Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан

Өфөлә Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 5-се колония-ауылдан хөкөм ителеүсе ҡасҡан. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, учреждение хеҙмәткәрҙәре киске тикшереүҙә уның юҡлығын асыҡлаған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡасҡан кешенең быйыл февралдә Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 119-сы «Үлтереү йәки һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү менән янау» статьяһы буйынса туғыҙ айға иркенән мәхрүм ителеүе билдәле. Ир кешегә 33 йәш, айырым билдәләрҙән - һул ҡолағы юҡ.

 

Фото:Ксения Калинина

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас