


Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре теркәү номеры булмаған «Дэу Нексия» машинаһын туҡтата.
Водитель күрһәткән таныҡлыҡ инспекторҙа шик тыуҙыра. Сөнки уның иғтибарын документтағы яһалмалыҡ эҙҙәре йәлеп итә. Мәғлүмәт базаһы ярҙамында тикшереү һөҙөмтәһендә ундай номерлы һәм сериялы праваның бер кемгә лә бирелмәүе асыҡлана. 29 йәшлек Өфөлә йәшәгән иргә административ протокол төҙөлә, ә машина штраф урынына бикләнә.