КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
26 Март 2022, 09:07

Гай ҡалаһында өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?

Ошо ваҡиғанан һуң бер ай үткәс, Александр Лазарев тағы ла бер енәйәт ҡылыуын таный...

Гай ҡалаһында өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?Гай ҡалаһында өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?
Гай ҡалаһында өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?

Тәфтишсе һорауы буйынса Ырымбур өлкәһендәге Гай ҡала суды Башҡортостандан ошондағы медицина колледжында белем алған өс ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән Александр Лазаревты һаҡ аҫтында тотоу ваҡытын оҙайтты. Ул тәфтиш изоляторында 30 июнгә тиклем ултырасаҡ.

Былтыр 30 сентябрҙә Гайҙа үлтерелгән өс ҡыҙҙың кәүҙәһе табыла: икеһе фатирҙа, береһе күп фатирлы йорт эргәһендә. Һәләк булған ҡыҙҙар Башҡортостандан булған: Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарынан.

Бер нисә көндән һуң тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән Орск ҡалаһы кешеһе Александр Лазаревты ҡалға алды. Уны биш статья буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр: үлтереү, көсләү, енси характерҙағы көс ҡулланыу, фатирҙы яндырыу һәм автомобилде ҡыуып алып китеү.

Ошо ваҡиғанан һуң бер ай үткәс, Александр Лазерев тағы ла бер ҡыҙҙы көсләүен таный. Енәйәтсегә ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү янай.

 

 

 

 

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2022-03-26/s-student-y-y-ltere-seg-nind-y-yaza-yanay-2744776
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас