КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Март 2022, 13:40

Язаның йомшаҡ булыуы менән килешмәйҙәр...

Фажиғәлә өс кеше, шул иҫәптән 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булды, ә 6 йәшлек бала...

Язаның йомшаҡ булыуы менән килешмәйҙәр...Язаның йомшаҡ булыуы менән килешмәйҙәр...
Язаның йомшаҡ булыуы менән килешмәйҙәр...

Әлшәй районы суды Благовещен районында йәшәгән иргә ҡарата «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан күберәк кешене үлемгә дусар иткән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың июнендә көндөҙ «КамАЗ» менән идара иткәндә, хөкөм ителеүсе ҡабул итеү пункттарынан һөт йыйған. Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 69-сы саҡрымында ул ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Лада Калина» менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобилдең өс пассажиры, шул иҫәптән 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булған, водитель һәм 6 йәшлек баланың һаулығына ҙур зыян килтерелгән.

Ир үҙ ғәйебен таныған. Суд уны 1 йыл да 6 айға колония-ауылға ебәреп, 2 йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итте һәм эш биреүсенән дөйөм 4,4 миллион һум күләмендә әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләттерҙе. Прокуратура билдәләгән язаның йомшаҡ булыуы сәбәпле, хөкөм ҡарарына ҡарата ялыу бирергә теләй.

 

 

фото:ЮХХДИ

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас